Һырғалаҡта хәүефһеҙлек ҡағиҙәләре

⛸ Һырғалаҡҡа барыр алдынан конькиҙарҙың төҙөклөгөн тикшерергә кәрәк – улар үткер булырға тейеш. Башҡортостан Республикаһының Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты белгестәре башҡа хәүефһеҙлек ҡағиҙәләре тураһында иҫкә төшөрә.

  •  Конькиҙар үлсәм буйынса һайланырға тейеш – ул аяҡты ҡыҫып торорға йәки артыҡ ҙур булырға тейеш түгел.
  •  Конькиҙың йылыһын йәки йылы ойоҡбаш менән кейерлеген һайлағыҙ.
  •  Конькиҙың бауҙарын мөмкин тиклем нығыраҡ бәйләргә кәрәк.
  •  Йылы, еңел һәм иркен кейем кейегеҙ, шулай уҡ бирсәткә йәки бейәләй онотмағыҙ.
  •  12 йәшкә тиклемге балалар өлкәндәр менән бергә генә шыуырға тейеш.
  •  Әгәр боҙҙа ышанысһыҙ шыуһағыҙ, һаҡланыу саралары – шлем, терһәкте, тубыҡты һаҡларлыҡ әйберҙәр ҡулланығыҙ.
  •  ️ Боҙға киҫкен хәрәкәт эшләмәй генә бортҡа тотоноп сығығыҙ.
  •  Ҙур тиҙлектә шыумағыҙ һәм башҡа кешеләр менән дистанция һаҡлағыҙ.
  •  Йығылһағыҙ, мөмкин тиклем тиҙерәк торорға тырышығыҙ. Әгәр тора алмаһағыҙ, ярҙам һорап мөрәжәғәт итегеҙ.

❌ Һырғалаҡта нимә эшләргә ярамай?

  •  Йүгерергә, һикерергә, этешергә, сүп-сар ташларға
  •  Боҙҙағы кешеләр ағымына ҡаршы шыуырға
  •  Боҙҙо боҙорға: уны коньки йәки башҡа әйберҙәр менән соҡорға, теләһә ниндәй әйберҙәр ташларға, шыйыҡса ҡойорға, ниндәй ҙә булһа матдәләр һибергә
  •  Боҙға хайуандар менән сығырға
  •  Шартлағыс һәм еңел янып китә торған матдәләр (шул иҫәптән пиротехника) ҡулланырға
  •  Тәмәке тартырға һәм иҫерек килеш килергә.